Бөрйәндә Еңеүҙең 81 йыллығы парад һәм митинг менән үтте — 9 мая 2026 г. в 18:48:11.681
Бөрйәндә Еңеүҙең 81 йыллығы парад һәм митинг менән үтте Бөрйәндәр Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын парад, тантаналы митинг һәм хәрби-патриотик концерт менән билдәләне. Еңеү байрамы башҡа йылдарҙағынан артыҡ айырылмай, хәрбиҙәр тигеҙ сафтарҙа үтә, һуғыш тураһындағы йырҙар яңғырай. Тик был юлы майҙанда һуғыш ветерандары юҡ. Районда тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылы балалары һәм яу ҡаһармандарының тол ҡатындары ғына ҡалған. Әммә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙар онотолмай. БСТ

