ППМИ ярҙамында хыялдар тормошҡа аша
ППМИ ярҙамында хыялдар тормошҡа аша Йәй айҙарында «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы ярҙамында Йылайыр ауылындағы Н.Ириков исемендәге урта мәктәптең инеү урыны ремонтланды. Бинаның ингән урыны заманса төҫ алды, төрлө идеялар менән төҙөкләндерелде. Бөгөн уны асыу тантанаһы үтте. Унда хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусы балалар, был матурлыҡты булдырыуҙа үҙ өлөшөн индергән ата-әсәләр, бағымсылар һәм мәктәп коллективы ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов ошо эште башҡарып сығыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйтте. Бағымсыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Евгений Гордов фотолары.