Байрам уңайынан
Байрам уңайынан Бөгөн район мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә һәм уҙған Уҡытыусылар көнө уңайынан тантаналы йыйылыш булып үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының һанлы үҫеш һәм дәүләт идаралығы министрлығы министры урынбаҫары Р. Р. Таипов, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Э. Х. Ниғмәтуллин, район хакимиәте башлығы Б. Н. Мелкоедов, район Советы рәйесе Г.В. Туленков, райондың почетлы граждандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, производство алдынғылары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, ветерандар, МХО яугирҙәренең ата-әсәләре һәм яҡындары ҡатнашты. https://aulut.ru/news/bayramdar/2026-10-09/bayram-u-ayynan-4840676