📌6 октябрь - Бөтә донъя йәшәү урындарын һаҡлау көнө беҙгә тағы ла бер ҡат тәбиғәткә һа...
📌6 октябрь - Бөтә донъя йәшәү урындарын һаҡлау көнө беҙгә тағы ла бер ҡат тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында хәтерләтә. Был иҫтәлекле көн 1979 йылдан бирле билдәләнә. 💯 Кеше бик күп асыштар яһаған, күп нәмәгә өйрәнгән: машиналар уйлап тапҡан, Айға осҡан, роботты бейергә өйрәткән һ.б. Әммә талпандарҙы, Стеллер һыйырын, Бербер арыҫланын кире барлыҡҡа килтерә алмай. Йәнлектәр донъяһында ниҙер юҡҡа сыға икән - мәңгелеккә. 📍 Бөгөн Башҡортостанда төрлө кимәлдәге айырыуса һаҡлаулы тәбиғәт территориялары бар: Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары, "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы, "Башҡортостан" милли паркы, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары, геопарктар. 🔹 "Янғантау" һәм "Торатау" - Рәсәйҙә берҙән-бер халыҡ-ара кимәлдәге геопарктар, улар ЮНЕСКО геопарктары глобаль исемлегенә индерелгән. 💯 Шулай уҡ республикала юғалған төрҙәрҙе тергеҙеү буйынса ла эштәр атҡарыла. Мәҫәлән, 2023 йылдан алып, "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында зубрҙарҙы үрсетәләр - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса. 🦬 Был хайуандар борон Башҡортостан территорияһында йәшәгән - Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәттәре бар. 🦬 Зубрҙарҙы тергеҙеү өсөн Беларусь Республикаһынан 18 баш килтерелде, бөгөн уларҙың һаны 33-кә еткән - быҙаулағандар.