🔥Йәйге эҫе кире килә — 7 сентября 2026 г. в 10:59:46.583
🔥Йәйге эҫе кире килә Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүен дауам итә. Сентябрҙә һауа температураһы көҙгөнө түгел, ә йәйгене хәтерләтә. Ай буйы шулай йылы булырмы? Синоптиктар фаразды яңыртты. ☔️“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, сентябрь башындағы эҫе көндәрҙән һуң республикала һыуытасаҡ. Ай уртаһына һауа температураһы +13, +17 градусҡаса түбәнәйә. Әммә 16 сентябрҙән йәй төбәккә әйләнеп ҡайта һәм йәнә +25 градусҡа тиклем йылыта. ☀️Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылылыҡ оҙаҡҡа бармай. Сентябрҙең өсөнсө декадаһында һауа температураһы +11, +15 градусҡаса түбәнәйә. Әммә сентябрь аҙағы һәм октябрь башы йылы буласаҡ тип фаразлана. Һауа +18, +20 градусҡаса йылынасаҡ. Дөйөм алғанда, октябрь сағыштырмаса йылы була. Температура +8, +16 градус тирәһендә торасаҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова. "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

