💥Хөрмәтле ватандаштар, мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! — 7 сентября 2026 г. в 11:48:38.104
💥Хөрмәтле ватандаштар, мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! ✅2027 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды! Йә, кем "Башҡортостан" гәзитенә яҙылып та өлгөрҙө? Хаҡтар түбәндәгесә: бер йылға аҙнаһына ике сыҡҡаны – 4203 һум 10 тин, һәм 6 айға – 2218 һум 80 тин, аҙнаһына бер, йомала, сыҡҡаны 1211 һум 22 тин. Белеүегеҙсә, баҫмабыҙға почта бүлексәләрендә, шулай уҡ https://podpiska.pochta.ru һәм https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайттарында яҙылырға мөмкин. ✅ Гәзитте кемдер редакциянан килеп алыу шарты менән яҙылһа, 6 айға –1140 һум, беҙҙән алып барып ташлау талап ителһә, яҙылыу – 2400 һум. ✅ Аҙнаһына ике тапҡыр электрон почтаға килгәнен дә алдырырға мөмкин. Уның өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016 һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк. “Башҡортостан”дың электрон версияһына бер йылға яҙылыу хаҡы – 2268 һум, ә ярты йылға 1260 һум тора. Был бер айға 210 һум ғына тура килә тигән һүҙ. ✅Йылдағыса, квитанциялары күсермәләрен ебәргән дуҫтарыбыҙға матур-матур бүләктәр ҙә ҡаралған. Ә инде ике йәки унан күберәк баҫмаға яҙылыусылар зәңгәр экрандар аша бүләк уйнатыуҙы күҙәтә аласаҡ. ✅ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонда сыҡҡан журналдарҙы ошо һылтанмалар буйынса һатып алырға мөмкин. WB https://www.wildberries.ru/seller/250002569 OZON https://ozon.ru/s/zhurnaly-bashkortostana Республикабыҙҙың заман йылъяҙмаһын яҙған гәзит һеҙҙең өсөн сыға. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар! Гөлназ ҠОТОЕВА.

