✅ Яңы математика лицейына уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтар? — 1 октября 2026 г. в 17:36:32.544
✅ Яңы математика лицейына уҡыусыларҙы нисек һайлап аласаҡтар? 💯 Белеүебеҙсә, Өфөлә Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө бара. Был башланғыс республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Белем усағы 360 уҡыусыға иҫәпләнеп төҙөлә, шулай уҡ ситтән килеүселәргә 250 урынлыҡ йәшәү урыны булдырыла. 📍 Бөгөндән "РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына теркәлеү старт алды. Олимпиадаға теркәлеү республиканың “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге сайты аша бойомға ашырыла. Сайтҡа ингәс, “Саралар” бүлегенә үтеп, “РМЛИ-ға юл” олимпиадаһын табып, теркәлергә кәрәк. Тулыһынса уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-10-01/ya-y-matematika-litseyyna-u-yusylar-y-nisek-aylap-alasa-tar-4832782