💔 Һөйөүемде һүндерергә бер һүҙ етте...
💔 Һөйөүемде һүндерергә бер һүҙ етте... 😱 Ишеткәнемә ышана алмай, шок хәлендә яңғыҙым күпме ултырғанмындыр бүлмәлә. Аҙаҡтан аяуһыҙ хәбәр аңыма барып еткәс, юҡтыр тип уйлаһам да, күңелгә инеп оялаған шик ҡорто бер туҡтауһыҙ эстән кимерә ине инде. Нисек әҙәпле булып ҡыланған, оятһыҙ - хәлде асыҡламай, Рифаттың үҙе менән һөйләшмәй тороп, шундай һығымта ла тиҙ яһалды. Рифаттың Сәймә менән йәшәп ятыуы минең өсөн аптырамалы яңылыҡ булды. Иҫемә "ҡылт" итеп йүгереп тигәндәй йөрөгән, ҡыҫыҡ күҙле, ҡараҡай ғына ҡыҙ килеп баҫты. Әле ишетеүемсә, Сәймә Рифатты ныҡ яратып йөрөгән, имеш, нисек булһа ла үҙемә ҡаратам, тип гел теш ҡайраған. Шунан аҙаҡ маҡтанып һөйләгән, хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип. 📍Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-10-03/y-emde-ndererg-ber-ette-4834425