⚠️Юлдарҙа иң мөһиме - хәүефһеҙлек — 4 октября 2026 г. в 08:03:54.902
⚠️Юлдарҙа иң мөһиме - хәүефһеҙлек Башҡортостан Республикаһы 2025 йылды һәр төрлө күрһәткестәр буйынса һөҙөмтәле тамамланы. Республикабыҙҙы Рәсәй субъекттарына һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыуҙарына өйрәнеп тә бөттөк шикелле. Мәҫәлән, беҙҙә юл-транспорт тармағында уңыштарҙың күп булыуы һәр йәһәттән дә отошло. ⚡Шуныһы, беҙҙә ауыл хужалығы тармағына, мәғариф секторына, йәштәр мәсьәләһенә, мәҙәниәткә һәм бүтән өлкәләргә көслө иғтибар бүленгән шикелле, транспорт буйынса үҫешкә юл асылһын һәм юлдар торошо яҡшы булһын өсөн бик күп ниәт-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Быларҙың һәммәһен дә Башҡортостан Башлығы даими күҙәтеүгә алған. ⚡"Юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих. Уның ҡарауы, беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе, – тине сираттағы сығышында Радий Фәрит улы. – Кешеләр был турала үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә ул уңайлыҡтар ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Иң мөһиме, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар граждандарға ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәйәсәкбеҙ. Тулыраҡ 👉https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-10-04/be-b-t-e-l-ya-shy-4834622 📝Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!