💥 2026 йылдың 10 октябрендә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы к...
💥 2026 йылдың 10 октябрендә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған Башҡортостан Башлығы призына мауыҡтырғыс ат сабыштары үтәсәк. 👏 Тамашасылар иғтибарына төрлө тоҡомло аттарҙа уҙыштар тәҡдим ителәсәк. Сағыу тамаша сараһы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының музыкаль оҙатыуында, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәрестәре, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һатыу йәрминкәһе, милли аш-һыу менән үтәсәк. ❗️Ат спорты сараһы республикабыҙ баш ҡалаһының спорт тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ. 🛑 Инеү ирекле. Башлана:13.00 сәғәттә. 👉 Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Өфө, Менделеев урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан «Аҡбуҙат» ипподромына саҡырабыҙ. 6+