❤️ Ул – ғаиләбеҙҙең терәге һәм рухи ҡалҡаны
❤️ Ул – ғаиләбеҙҙең терәге һәм рухи ҡалҡаны ✨ Октябрҙең йәмле бер көнөндә хөрмәтле ир-уҙаман Фәнил Гәрәй улы Вилдановҡа 80 йәш тула. Ышаныуы ла ҡыйын, сөнки ул әле лә егеттәрсә дәртле, һәр саҡ яҡшы формала, көр кәйефтә. Беҙ уны ғүмер буйы шундай итеп белдек һәм шулай булғаны өсөн яраттыҡ. 🛑 Атайым Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуып үҫкән. 1970 йылда, Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, тыуған районының Салауат Юлаев исемендәге колхозында агроном булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 📍Күп йылдар Фәнил Гәрәй улы етәксе вазифаларҙа эшләй. 1995 – 2001 йылдарҙа Әлшәй районы хакимиәте башлығы була. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен уңышлы яҡлай. 💞Атай-әсәйебеҙ – Фәнил Гәрәй улы менән Галина Константиновна 55 йыл татыу ғүмер итәләр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн уларҙың ун ейән-ейәнсәре һәм бер бүләсәре үҫә. Бөтә балалары ла юғары белемгә эйә булып, тыуған районы мәнфәғәтендә эшләй. ✅ Светлана ШӘРИПОВА.