✨Ҡурай көнө менән!
✨Ҡурай көнө менән! 🪈Байрамды Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерты менән ҡаршылау матур йолаға әйләнә. Кисә лә коллектив "Башҡортостан" дәүләт концерт залында сығыш яһаны. Ул тамашасыларға ҙур рухи күтәренкелек бүләк итте. 🫶🏻Ҡурай башҡорт өсөн көй сығарыу ҡоралы ғына түгел, ул – халҡыбыҙҙың рухи символы, илаһи көсө, борондарҙан алып бөгөнгәсә быуындарҙы бер-береһенә тоташтырып торған күпер. 🔥Быйыл иҫтәлекле көндө икенсегә билдәләйбеҙ. Байрам менән, милләттәш, рухташтар! (Видеояҙма Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең социаль селтәрҙәге төркөмөнән алынды.)