🌟 Шәп сара әҙерләйҙәр!
🌟 Шәп сара әҙерләйҙәр! ✨ Иртәгә, 9 октябрь 19.00 сәғәттә, Өфөләге Ленин исемендәге парк үҙгәртеп ҡоролғандан һуң яңынан үҙ ҡапҡаһын аса. Был көндә ҙур байрам булыуы көтөлә. Ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: Zainetdin этно-шоуы “Голос” шоуында ҡатнашыусылар – Илдар Абдуллин һәм Наҙгөл Отузова Балалар хоры һәм бейеү коллективтары Кисәнең хедлайнеры – IOWA төркөмө сығыштары. Төп сәхнә - Туҡай урамы яғынан, Республика йорто янында. 🌞 Байрам Республика көнөнә тура килә, шуның өсөн йылы, сағыу һәм ҡала халҡын бергә туплаусы сара булыр ул. 💯 Инеү түләүһеҙ. Ғаиләгеҙ менән килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы саҡырығыҙ! Һеҙ ҙә уның асылыуын көткәнһегеҙҙер, тип ышанабыҙ. 📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!