✨Ҡурай көнөн ҡаршылап
✨Ҡурай көнөн ҡаршылап 2024 йылдың 11 мартында башҡорт рухиәте донъяһында ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға булды – республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамблен төҙөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ йылдың 10 октябрендә “Башҡортостан” концерт залында ҡурайсылар коллективының тәүге, таныштырыу концерты уҙҙы. Радий Фәрит улы ошо көндө коллективтың тыуған көнө тип билдәләне һәм 10 октябрҙе Ҡурай көнө тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәр итте. Һөйөнөслө яңылыҡты зал дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. ✨Быйылғы Ҡурай көнөндә лә матур саралар ойошторола. Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы Өфөлә мауыҡтырғыс саралар вәғәҙә итә. ✨Байрам көнөнә арналған төп тамашаны, әлбиттә, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле әҙерләй. Иртәгә кис Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, атаҡлы ҡурайсы Азат Айытҡолов етәкселегендәге ижади коллектив “Башҡортостан” дәүләт концерт залында сығыш яһай. ✨Ансамблдең музыка етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков әйтеүенсә, программала боронғо башҡорт көйҙәре “Урал”, “Ҡаһым түрә”, “ Ашҡаҙар”, “Ҡолой кантон”, “Любезники-любизар” һәм башҡалар яңғырай. Бынан тыш, заманса итеп эшкәртелгән халыҡ көйҙәре лә урын ала. ⚡Фото: ансамблдең рәсми сәхифәһенән.