✨ Бөгөн — Ҡурай көнө
✨ Бөгөн — Ҡурай көнө 👏 Башҡорт халыҡ традициялары һәм мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән музыка ҡоралы 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының территориаль бренды булараҡ рәсми теркәлгәйне. 🛑 2024 йылдың апрелендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо. Ансамблдең художество етәксеһе итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов тәғәйенләнде. 🏛 Яңы коллектив үҙенең тәүге концертын шул уҡ йылдың 10 октябрендә Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәрҙе. Сара барышында Радий Хәбиров 10 октябрҙә яңы байрам — Ҡурай көнө билдәләнәсәге тураһында иғлан итте. ❤️ Йәшәһен ҡурайыбыҙ! Байрам менән, дуҫтар, туғандар!