🫂 Оскар Ситдиҡов аталары һәләк булған балаларҙы ҡурсаларға саҡырҙы
🫂 Оскар Ситдиҡов аталары һәләк булған балаларҙы ҡурсаларға саҡырҙы 🤝 Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысын хупланы. Ул фронтта һәләк булған Вячеслав Казанцевтың улы хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙ өҫтөнә алғайны. 👍 Республика етәксеһе ярҙамсыһы, БР МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, Радий Хәбировтың был башланғысы — ул матур ҡылыҡ ҡына түгел, ә бөтә кешеләр өсөн дә һабаҡ. Етәксе һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә лидерҙың ниндәй булыуын күрһәтте, махсус операция ветерандары өсөн был айырыуса мөһим. 💯 Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы ике йыл элек «Үҙебеҙҙең балалар» акцияһын башлап ебәрҙе. Оскар Ситдиҡов һүҙҙәренсә, тап Радий Хәбировтың өлгөһө улар өсөн ориентир булып тора. - Беҙ шуны аңланыҡ: был бер тапҡыр ғына үткәрелгән акция түгел, ә системалы эш. Бөгөн акция — ул мәктәпкә оҙатыу ғына түгел, ә тулы мәғәнәһендә остазлыҡ. Беҙ аталары МХО-ла һәләк булған балаларға даими рәүештә ярҙам итәбеҙ. Улар яңғыҙ түгеллектәрен белә. Уларҙың өлкән иптәштәре бар, улар ярҙам итә, иңбашын ҡуя, — ти Оскар Ситдиҡов. — Әммә остазлыҡ киңәйә. Беҙ артабан үҫешәбеҙ. Балалар йорттары һәм социаль приюттар шефлыҡҡа алына. Бүлмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ярҙам итәбеҙ, йыһазландырабыҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ, байрамдар ойошторабыҙ. Был алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ошо йылдар дауамында ярҙам иткән республикаға рәхмәт белдереү ысулы. Кемдеңдер ярҙамға мохтаж икәнен күргәс, ситтә ҡала алмайбыҙ. Бигерәк тә был балаларға, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандарға ҡағылғанда. Радий Хәбиров дөрөҫ һүҙҙәр генә әйтмәй, ә уларҙы эш менән нығыта. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар уның өлгөһөнә лайыҡлы булырға тырыша. Геройҙарҙың балалары хаҡында хәстәрлек күреү — беҙҙең уртаҡ бурыс. Һәм беҙ уны бергәләп башҡарасаҡбыҙ. 📢 Офицер Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте, балаларҙың — илдең киләсәге булыуын һәм уларҙың ниндәй булып үҫеүе һәр беребеҙгә бәйле икәнен иҫкә төшөрҙө. Ул аталары махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған балаларҙың яҙмышына битараф ҡалмаҫҡа саҡырҙы. "Әгәр эргәлә атаһын МХО-ла юғалтҡан бала булһа, уға ярҙам итегеҙ. Әгәр балалар йортона йәки приютына ярҙам итеү мөмкинлеге булһа, ярҙам итегеҙ. Беҙ, ветерандар, бергәләп теләһә ниндәй бурысты үтәйәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙҙы хәстәрлек һәм һөйөү менән тәрбиәләйек. Был — беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ", — тине Оскар Ситдиҡов. ✅ Фото һәм текст сығанағы: "Башинформ".