💔 Бер генә минутҡа ҡал әле янымда...
💔 Бер генә минутҡа ҡал әле янымда... Уянғанда ҡояш нурҙары мин йоҡлаған карауатҡа тура төшә ине. Сәғәткә ҡарамаһам да белеп торам – һигеҙ тирәһе. Был ваҡытта мине фатирға индергән Мәликә инәй быҙауын тауға ҡыуа. Ул килгәнсе мин сәй ҡайнатам, иртәнге аш әҙерләйем. Бөгөн ял, шуға ҡабаланмайым. Йыуынып алғас, электр сәйнүген ҡуйҙым да сәс тарарға ултырҙым. Сәсем оҙон һәм ҡалын минең, билдән аҫҡа төшөп тора. Тарап үргәнсе ярты сәғәттәй ваҡыт үтә лә китә. Шулай ике толомдо ла тағатып тарай башланым. Төн уртаһында ғына ҡайтҡас, йоҡо ла туймаған. Был ауылда ике ай тирәһе инде фельдшер булып эшләйем. Район үҙәгенән ситтә ятҡас, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, укол һалыу, ашығыс ярҙам күрһәтеү – барыһы ла минең иңдә. Хатта ҡайһы берҙә акушер ҙа булырға тура килә. Сирлеләргә ярҙам күрһәткәс тә әле күңел тынысланмай. Дөрөҫ диагноз ҡуйҙыммы икән тип белешмә китаптарҙы ҡарап сығам. “Белемде тәрәнәйтер кәрәк, мотлаҡ артабан уҡырға...” тип уйлап та бөтмәнем, шығырлап ишек асылды. Инәй ҡайтты, ахыры. Ә минең сәй әҙер түгел. -Һаумыһығыҙ, - тине ир тауышы. -Һаумыһығыҙ, - тип яуаплап, сәс аша ҡараһам, күршелә йәшәгән уҡытыусы ағай бер ят кеше менән баҫып тора ишек төбөндә. 📝 Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-10-12/ber-gen-minut-a-al-le-yanymda-4842167