😱 Дүрт көндән һуң ғына тапҡандар
😱 Дүрт көндән һуң ғына тапҡандар Ейәнсура районы Элмәле ауылында йәшәүсе 83 йәшлек оло ҡатын 8 октябрҙә өйөнән сығып киткән дә юғалған. Ул медицина ярҙамына мохтаж булған. 🆘 Кискә табан ул өйөнә ҡайтмағас, туғандары ярҙам һорап ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. 💢 Эҙләүҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ ҡатнаша. 🙏 Ҡатынды ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта ауыл көтөүсеһе тап иткән. Бер нисә тәүлек урманда булыуына ҡарамаҫтан, инәйҙең хәле яҡшы, уға медицина ярҙамы талап ителмәгән, тип хәбәр итәләр БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. 📝Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!