😔 Һуңғы ветеран менән хушлаштылар
😔 Һуңғы ветеран менән хушлаштылар Был хаҡта Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов хәбәр итте. Муниципалитет етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, Ғәләүетдин Ғафаровтың һуңғы юлға оҙатылыуы менән тотош бер дәүер тамамланған. - Уның биографияһы – тотош бер быуын еңеүселәре тарихы. Ул йәш кенә көйөнсә Тыуған илде һаҡлауға саҡырылған. Ғәләүетдин Афзатдин улы оҙон һәм лайыҡлы тормош кисергән. Яу яланынан ҡайтҡас, Ағарҙы урман хужалығында ғүмер буйы эшләгән. Уның ҡулдары менән әле Благовар ере тын алған барлыҡ йәшлеллек хасил булған, - тип яҙған Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Район хакимиәте башлығының хәбәр итеүенсә, ветерандың тыуған Таң ауылында һәм ситтә лә уны һәр саҡ ауыр минуттарҙа терәк булыр ғәҙел кеше булараҡ беләләр. Оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн Ғәләүетдин Афзалетдин улы бихисап наградалар менән бүләкләнгән. Иң мөһиме – уны ауылдаштарының хөрмәт итеүе. Ветеран үҙенең артынан төп мираҫ – урман – ҡалдырған. 📍Сығанаҡ, фото: Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосоповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. ❗Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!