❗❗❗Юлда - аттар! Һаҡ булығыҙ!
❗❗❗Юлда - аттар! Һаҡ булығыҙ! 🐴12 октябрь төнгө сәғәт өстәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауылы янында аттар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 🚗«Geely MK» автомобиле водителе оло юлда ҙур тиҙлектә елеп, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында юлды сығып барған көтөүҙе күрмәй ҡала һәм уларға бәрелә. ⚠️Һөҙөмтәлә еңел автомобиль механик зыян күргән. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Әммә бер ат ваҡиға урынында уҡ үлгән...