❓Йәйгесә йылы һауа торошо күпме дауам итер?
❓Йәйгесә йылы һауа торошо күпме дауам итер? Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо урынлашты. Көндөҙ һауа температураһы +23 градусҡа тиклем күтәрелә. Тағы бер әбейҙәр сыуағы күпме дауам итер? 🔥Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көн шулай уҡ йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Төндә генә урыны менән һауа температураһы 0, -2 градусҡа тиклем төшәсәк. ⚡️Рәсәй Гидрометеорология үҙәгендә алдағы ете көнгә фараз бирҙеләр. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эш аҙнаһы аҙағында республикала болотло буласаҡ, әммә яуым-төшөм көтөлмәй. Ял көндәрендә ҡояшлы һауа торошо ҡайтасаҡ, әммә температура бер аҙ түбәнәйәсәк — +14, +17 градусҡа тиклем, был октябрь уртаһы өсөн аномаль йылы. ❄“Фобос” үҙәге оҙайлыраҡ прогноз бирә. Синоптиктар фекеренсә, киләһе аҙнала температураның әкренләп түбәнәйеүе дауам итәсәк. Октябрҙең өсөнсө декадаһында +6, +9 градус булыуы көтөлә. Ай аҙағына тиклем яуым-төшөм фаразланмай. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь һалҡын һәм ямғырлы була. Һауа температураһы 0, +6 градус тирәһендә торасаҡ. Айырым көндәрҙә термометр бағанаһы -2 градусҡа тиклем төшәсәк. Ҡояшлы көндәр аҙ буласаҡ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!