Перейти к содержимому
Максиметер

⭐“Ғәлиән” позывнойлы яугир тыуған районына тәүге отпускыһына ҡайтты

⭐“Ғәлиән” позывнойлы яугир тыуған районына тәүге отпускыһына ҡайтты Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығы ҡотҡарыусыһы алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараты операторы булып хеҙмәт итә. “Унда, алғы һыҙыҡта, бөтәбеҙ ҙә бер ғаилә кеүекбеҙ. Төрлө кешеләр, төрлө яҙмыштар, әммә татыу йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ һәм бер-беребеҙҙе ҡурсалайбыҙ. Бөгөн иң мөһиме — туғандашлыҡ һәм берҙәмлек. Дәрәжәләр ҙә, һүҙҙәр ҙә түгел, ә яныңдағы иптәшеңдең терәк булыуы мөһим. Бында айырым уңыштар өсөн бирелгән иң яҡшы бүләк — өҫтәлмә отпуск көндәре. Миҙалдар ҙа, грамоталар ҙа түгел, әсәйеңде тағы бер тапҡыр ҡосаҡлау, балаларыңды күреү, тыуған яҡ һауаһын һулау мөмкинлеге. Бына ул иң ҡәҙерлеһе — яҡындарың менән үткәргән ваҡыт. Шуның өсөн дә беҙ — алғы һыҙыҡта”, — тип билдәләне яугир. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына йыялар. Пилотһыҙ осоу аппараттары батальонында хеҙмәт итергә теләүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Телефондар: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00. 📍Сығанаҡ, фото: Ғафури районының “Звезда” гәзитенән.

1 816 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 921 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.