Йәйгесә йылы бөтә...
Йәйгесә йылы бөтә... 🌝Төбәк Гидрометеорология һәм тирә- яҡ мөхитте мониторинглау идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, иртәгә, 19 октябрь, төндә +3...+8 градус, көндөҙ +8...+ 13 градусҡаса йылы. Көньяҡ-көнсығыш тарафтарҙа ғына + 18 градус тирәһе һаҡлана. 💦 Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ -көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеп китә. 🌨️ Шишәмбе, 20 октябрь, тағы һалҡынайта төшә. Төндә һауа температураһы 0...-5 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ +6...+11 тирәһе йылы булыр тип күҙаллана. 📸 Ләйсән Үтәғолова фотоһы.