Перейти к содержимому
Максиметер

❓Быйылғы ноябрҙән нимә көтөргә?

❓Быйылғы ноябрҙән нимә көтөргә? 🛑 Октябрь тамамлана, ә Башҡортостанда һаман йәйге йылы тора. Синоптиктар бына-бына “һыуыта” тип фаразлаһа ла, әллә ни һыуытыу ҙа юҡ кеүек. “Фобос” үҙәге метеорологтары октябрь аҙағында һәм ноябрҙә Башҡортостанда һауа торошо хаҡында һөйләне.   🔥Синоптиктар фараздарында йәнә һауа торошо аномалиялары билдәләре күренә. Октябрь аҙағы йылы һәм ҡояшлы буласаҡ. Көндөҙгө температура ай аҙағына тиклем +9,+11 градус тәшкил итәсәк. Төндә +5,+6 градус.   💥Ноябрҙә ямғыр яуасаҡ. 7, 8 һәм 9 ноябрҙә генә кире температура фаразлана. Был көндәрҙә ҡар яуасаҡ. Әммә һуңынан тағы ла йылыта. Һәм ай буйына ҡояшты күрмәйәсәкбеҙ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта температура ыңғай буласаҡ. Көндөҙ 0-дән +6 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Төндә -3, +2 градус.   Автор фотоһы. "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

2 547 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 930 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.