Перейти к содержимому
Максиметер

Башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар уйнатабыҙ!

Башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар уйнатабыҙ! Гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу 27 октябргә тиклем оҙайтылды. Ошо арауыҡ эсендә 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына "Башҡортостан"ға яҙылып квитанцияһын ебәреүселәр араһында башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар уйнатабыҙ! Еңеүсене  рандомлы һайлап алыу юлы менән билдәләйәсәкбеҙ.  Ә һуңынан ошо уҡ квитанциялар тағы ике уйында ҡатнашасаҡ! Ғинуар айында редакция "Яҙыл да бүләк от!" лотереяһын үткәрә. Унда бүләккә көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр ҡаралған. Һуңынан иһә БСТ каналында тура эфирҙа "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто йәнә үҙенең бүләктәрен отторасаҡ. Бер түгел, өс мөмкинлек! Ә иң мөһиме – яратҡан гәзитегеҙ аҙна һайын һеҙҙе һөйөндөрөр!  Әйҙәгеҙ, дуҫтар, осһоҙораҡ булғанда яҙылып ҡалайыҡ! Хаҡтар түбәндәгесә: аҙнаһына ике сыҡҡаны бер йылға – 3988 һум 38 тин, алты айға – 1900 һум 50 тин, аҙнаһына бер, йомала, сыҡҡаны 945 һум 96 тин тора. Белеүегеҙсә, баҫмабыҙға почта бүлексәләрендә, шулай уҡ  https://podpiska.pochta.ru һәм https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайттарында яҙылырға мөмкин. Бер йылға  1260 һум торған электрон яҙылыуҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ ошо һылтанма буйынса үтеп башҡара алаһығыҙ.  Уйында электрон вариантҡа ла, ҡағыҙ баҫмаға яҙылғандар ҙа бер тигеҙ ҡатнаша.   "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

2 227 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 921 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.