💥 Өфө төҙөүсеһе 5 миллион һум өсөн көрәшә
💥 Өфө төҙөүсеһе 5 миллион һум өсөн көрәшә 👏 Владимир Старцев «Суперниндзя» телешоуында ҡатнаша. Ул финалға сыҡты. Һәм биш йыл эсендә бишенсе тапҡыр! 🛑 Дүртенсе шоуҙан һуң ул төҙөлөштәге эшен ҡалдыра һәм "ниндзя-зал" аса. Унда Өфө ҡыҙҙары һәм малайҙары йөрөй. 🎁 Биш миллион һумлыҡ төп приз өсөн көрәштә Өфө егете 34 ҡатнашыусы менән көс һынаша. 📺 Финал ярышын 25 октябрҙә (1-се өлөшө) һәм 1 ноябрҙә (2-се өлөшө) СТС телеканалында күрһәтәсәктәр. 🔥 Ҡарайбыҙ!