💚 "Салауат Юлаев" - "Аҡ Барыҫ" 1:1
💚 "Салауат Юлаев" - "Аҡ Барыҫ" 1:1 🏒 Бөгөн Өфөлә "йәшел дерби": ҡунаҡҡа ҡазандар килде. ✨ Кис яңы ғына 1000-се матчын үткәргән капитаныбыҙ Григорий Панинды тәбрикләүҙән башланды. 🥅 Артабан матчта оҙаҡ ҡына бер яҡ та гол индерә алманы. Икенсе осорҙа, ниһайәт, Мэттью Маджо бер нисә хоккейсы менән көрәштә Александр Жаровскийға теүәл пас биреп, һөжүм итеүсебеҙ ҡаршы яҡ һаҡсыларын һәм ҡапҡасыһын оҫта ғына итеп алдатып шайбаны ҡапҡаға индерә алды. 😢 Әммә ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы: "Аҡ Барыҫ" иҫәпте тигеҙләне. Алда - хәл иткес өсөнсө осор. 🔥 Жаровскийҙың голын ҡарайбыҙ!
Канал в каталоге Максиметера
5 917 подписчиков · Новости