💚 "Салауат Юлаев" - "Лада" 5:0
💚 "Салауат Юлаев" - "Лада" 5:0 🏒 Бөгөн юлаевсылар Өфөлә Тольятти командаһына ҡаршы уйнаны. Самолет тотҡарланыуы арҡаһында матч һуң башланды. 🥅 Өфөләрҙән голдарҙы тәүге осорҙа Джек Родуолд, Александр Жаровский, икенсеһендә Максим Загребин индерҙе. Өсөнсө осорҙа Шелдон Ремпал әҙселектә лә, күпселектә лә гол индереп, иҫәпте 5:0 итте! ❗️Беҙҙең икенсе ҡапҡасы Иван Бочаров ҡапҡаһына бер шайба ла үткәрмәне. 🔥 Ремпалдың дублен ҡарайбыҙ!
Канал в каталоге Максиметера
5 917 подписчиков · Новости