Перейти к содержимому
Максиметер

❗️Радий Хәбировтың тура бәйләнеше үтер көн билдәле

❗️Радий Хәбировтың тура бәйләнеше үтер көн билдәле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш – республика халҡының көтөп алған сараларының береһе. Быйыл ул 11 ноябрҙә 19.00 сәғәттә була. Был хаҡта республика етәксеһе Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.   ✅Радий Хәбиров белдереүенсә, республика халҡы үҙ һорауҙарын тура линияға алдан ебәрергә тейеш. Был сараға яҡшыраҡ әҙерләнергә һәм бөтә мөһим темаларҙы иҫәпкә алырға мөмкинлек бирәсәк, тине ул.   🔥Әйткәндәй, былтыр ҙа Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үткәйне. Ул дүрт сәғәт самаһы дауам итте, Радий Хәбиров 60-тан ашыу һорауға яуап бирҙе. Тикшерелгән темалар араһында юлдарҙы ремонтлау, креатив индустрияларға ярҙам итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары, ауыл хужалығын үҫтереү һәм төбәктең стратегик объекттарын һаҡлау булды.   "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

1 718 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 921 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.