📌 Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ
📌 Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ 🔥 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 25 октябрҙә көндөҙ Дәүләкән районының Горчаки ауылында ағас мунса яна. Янғынды һүндергән саҡта 50 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. ⚡ Шул уҡ көндө кис Өфө районының Йоматау станцияһындағы “Энергия” баҡса ширҡәтендәге шәхси йортта янғын сыға. Янғын һүндереүселәр йортта 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһе таба. ⚡ 26 октярбҙә төндә Баҡалы районының Мостафа ауылында ағас йорт яна. Утты һүндергәндә 52 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. ⚡ Шаран районының Алпай ауылында йәнә бер янғын сыҡҡан. Ут ағас йорттоң ҡыйығын һәм стеналарын юҡ итә. Хәүефле урындан 66 йәшлек хужаны ҡотҡаралар. Уны Шаран үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегенә оҙаталар. ✔️ Һәр янғындың сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. 🚒 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә – фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ: 📌 уты янған мейестәрҙе һәм ҡабыҙылған электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; 📌 мейестәрҙең, мөрйәләрҙең һәм электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн күҙәтегеҙ; 📌 өйҙә тәмәке тартмағыҙ, бигерәк тә иҫерек килеш; 📌 автономлы янғын хәбәрсеһен ҡуйығыҙ – ул ғүмерҙе ҡотҡарасаҡ; 📌 балаларға һәм оло йәштәгеләргә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. ❗ Янғын ваҡытында 101 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ. Фото: @mchsrb.