😐 Гөлзифа балалары хаҡына түҙә, был хәлдең сиге булыр, тип өмөт итә...
😐 Гөлзифа балалары хаҡына түҙә, был хәлдең сиге булыр, тип өмөт итә... ❓ Барыр ере, батыр күле юҡ тигәндәй шул уның... Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе, тыуған йортонда ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәй. Ана күрше Сәриә, “эскән, көнләшкән ир менән йәшәмәйем” тип, биш йәшлек Сәлимәһен алып, ата-әсәһе янына ҡайтты ла төштө. Ҡыҙын бында ҡалдырып, Себер яғына эшкә йыйына, Гөлзифаны ла өгөтләй. “Эскән ир менән ыҙалап йәшәмә, аҡса эшләп, аҙыраҡ күҙең асылыр”, – ти. Тәүәккәлләй алырмы Гөлзифа. Бәләкәй Гөлназын кемгә ҡалдырыр? Студент улы, мәктәп-интернатта уҡыған ҡыҙы кемгә күҙ төбәп ҡайтыр? 📍 Дауамын уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-11-01/g-lzifa-balalary-ha-yna-t-byl-h-lde-sige-bulyr-tip-m-t-it-4861652