Перейти к содержимому
Максиметер

❄ Ҡар, ямғыр һәм боҙлауыҡ: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

❄ Ҡар, ямғыр һәм боҙлауыҡ: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә Быйыл көҙ беҙҙе ҡыуандырҙы, әлбиттә. Тик йылы һәм ҡояшлы көндәр артта ҡала, ахыры. 4 ноябрҙән 6-на тиклем Башҡортостанда ямғыр, епшек ҡар һәм көслө ел фаразлана. Көсәйеү секундына 15-20 метрға етә, ә һауа температураһы төндә -10 градустан көндөҙ +8 градусҡа тиклем тирбәлә.   ⚡️ Яуым-төшөм һәм температураның үҙгәреүе арҡаһында юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Водителдәргә ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә, хәүефһеҙ тиҙлекте арттырмаҫҡа һәм трассаларҙың торошо тураһында рәсми иҫкәртеүҙәрҙе күҙәтергә кәңәш ителә.   ❄ Шул уҡ ваҡытта республика һыу ятҡылыҡтарында нәҙек боҙ барлыҡҡа килеүе дауам итәсәк. Халыҡҡа, ҡалынлығы кәмендә 10 сантиметрға еткәнсе, уға сығыу хәүефле, тип иҫкәртәләр. Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тикшереп булмай был уңышһыҙлыҡҡа килтереүе ихтимал. Балаларға айырым иғтибар бүлеүҙе һәм уларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмауҙы һорайҙар.   Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

748 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 917 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.