Бор кислотаһы ҡыярҙың уңышы өсөн шәп нәмә! — 9 июня 2026 г. в 11:09:01.826
Бор кислотаһы ҡыярҙың уңышы өсөн шәп нәмә! Бор ҡыярҙың тәмен яҡшырта, йәшелсәнең үҫешен стимуллаштыра. Бор кислотаһын ҡыярҙы миҙгелгә өс тапҡыр туҡландырыу өсөн ҡулланабыҙ.Әҙерләү өсөн 10 литр һыуға 5 г порошок алабыҙ.Әгәр ҡыярҙа калий етешмәү билдәләре булһа (емештәре һарғылт төҫтә һәм груша формаһында, ә япраҡтың сиге һарғая һәм аҫҡа төшә), борға калий ҡушабыҙ. Бының өсөн 1 л ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы бор кислотаһы бүлеп, ярты сәй ҡалағы марганцовка кристалы өҫтәйбеҙ. Әҙерләгән һыу эретмәһенә 10 литрға тиклем һыу өҫтәйбеҙ һәм ҡыярҙың төбөнә ҡоябыҙ. Уңышыбыҙ мул булһын! Фото Р. Хисаева

