Димсе клубы — 29 июня 2026 г. в 10:08:58.905
Димсе клубы Ҡайҙа икән йән һөйгәнем, һеҙҙең арала юҡмы? Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға тағы ла бер абонентты тәҡдим итәбеҙ. 07. Саф күңелле, оптимистик рухлы, юморист, мосолман, хажи,. Баш ҡалала үҙенең айырым фатиры бар, күсеп барырға риза түгел. Спорт менән шөғөлләнә, 72 йәш. Яңғыҙы 12 йәшлек улын тәрбиәләй., 50 йәштән алып 65 йәшкә тиклем, иң мөһиме – 12 йәшлек балаға әсәй була алырлыҡ, кешелекле, мәрхәмәтле, изге йөрәкле, медицина йәки педагогик, психологик белеме булған ҡатын-ҡыҙ менән танышырға теләй.

