😄📱☎📞📱☎📞📱☎📞😄 — 29 июня 2026 г. в 03:36:33.251
😄📱☎📞📱☎📞📱☎📞😄 Телефонһыҙ бер көн тураһында 📱Телефон терәп ҡолаҡҡа, Лаҡылдап хәбәр һөйләп, Елдереп китеп барғанда Биләрт баҙары буйлап, Төштө-китте телефоным Селпәрәмә онталды... Шул минуттан, әйтерһең дә, Минең йәшәү туҡталды. Баҙар ҡайғылары китте, Балтам төштө һыуҙарға- Яуап табалмай ҡаңғырам Баштағы һорауҙарға. Нисек хәбәрҙар булырға? Балалар минһеҙ нишләр? Эшемдә юғалтырҙармы? Аптырармы дуҫ- иштәр? Ҡайтып индем дә өйөмә Тыныслыҡтан шомландым, Әйтерһең, яңғыҙ утрауҙа Бер үҙем тороп ҡалдым. Ватсаптан сәләмдәр яумай, Бәйләнештән юғалдым, Телефонһыҙ-ике ҡулһыҙ, Телһеҙ, ҡолаҡһыҙ ҡалдым. Яландай өйҙә бер үҙем, Бер ултырам, бер торам- Телефонһыҙ нисек итеп Йәшәргә план ҡорам. Ятып ҡалдым иртә менән Контакт текләйһе юҡ, Шылтыратып дуҫ-туғанға Хәл-әхүәл һөйләйһе юҡ. Бер ни әүрәтмәй, алдатмай, Ҡыҙыҡ хәлдәр бында, тип. Зың-зың килгән хәбәрҙәрҙе Тиҙерәк асып тыңла тип. Телефоным ҡорбан булып Теге донъяға китте. Мәғлүмәт тотҡонлоғонан Ул мине азат итте. Үҙе менән алып китте Иҫтәлекле мәлдәрҙе. Телефон номерҙарында Кәрәкле кешеләрҙе. Бер көн торғас, килтерҙеләр Өр-яңынан телефон. Тегенеһен һағынам шул, Яратмайым быныһын. Яуа башланы һорауҙар: "Әсәй, ҡайҙа юғалдың? Әллә Ерҙән осоп китеп Марсҡамы юл алдың" Вахтанан ир шылтырата: "Кисә ҡайҙа юҡ булдың? Әллә һулға йөрөнөңмө Һөйләшмәҫ, яҙмаҫ булдың?" Түрә-ғара набат һуҡҡан: Срочный отчеттар ҡайҙа?! Емерелеп бара донъя, Аңлашып тороу ҡайҙа! ...Телефонһыҙ бер көн торҙом, Оҙаҡ йәшәй алманым, Күптәргә кәрәк бер кеше Икәнемде аңланым. Миләүшә Ҡыҙрасова (Ишемғолова) 20.02.18

