Әлеге ваҡытта БР Милли музейында БР атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Хәлиловтың "Укрощение ... — 7 июля 2026 г. в 11:33:36.551
Әлеге ваҡытта БР Милли музейында БР атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Хәлиловтың "Укрощение формы" тип аталған күргәҙмәһе асылды. Сарала БР-ҙың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов, Милли музей директоры Рөстәм Исхаков, БР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары Фәйзрахман Исмәғилев, Әмир Мәжитов, БР-ҙың халыҡ артистары Риф Ғәбитов, Хөрмәтулла Үтәшев, һынлы сәнғәт белгесе Гөлшат Вәлиева, шағирҙар Хисмәтулла Юлдашев, Тамара Юлдашева, скульпторҙың коллегалары, рәссамдар, уҡытыусылар, ижади кешеләр ҡатнашты. Мәүлитбай Хәлиловтың скульптуралары Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте хаҡында һөйләй, һәр эшендә тәрән фәлсәфә ята. "Минең күргәҙмәгә килгән кешеләр әҙ генә булһа ла яҡшыраҡ, изге күңеллерәкбулып китһә, мин бик бәхетле булыр инем",- ти Мәүлитбай Хәлилов. Күргәҙмә Милли музейҙа 2 авгусҡа тиклем бара. Рәхим итегеҙ!

