Бөгөн - йәй уртаһы💥🎉🥰🔥😍♥️💖💖💖💖 — 15 июля 2026 г. в 07:57:02.624
Бөгөн - йәй уртаһы💥🎉🥰🔥😍♥️💖💖💖💖 Донъяларым йәйғор төҫтәрендә, Матурлыҡҡа сумған күңел тирмәм. Зәңгәр шишмә моңон тыңлай - тыңлай, Ожмах баҡсаһында еләк тирәм. Аҡ сәскәләр ап -ап бәхет юрап, Сәләмләйҙәр үткән юлымда. Йәннәт ҡошсоҡтарын тыңлай-тыңлай Еләк йыям йәйге болонда. Йүгереп кенә үтер миҙгелемдә - Йәй ҡуйынында - ҡунаҡ ҡынамын. Күңел силәгемә моңдар иләп, Йырлай - йырлай еләк йыямын. Йөрәгемдә ҡыңғырауҙар йыры - Яҙмышың бит үҙең ҡулыңда. Яҙмышыма яҙған емеш эҙләп, Еләк йыям зәңгэр болонда. (Айзилә Мортаева)

