#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал — 24 июля 2026 г. в 17:17:57.809
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ҠЫШҠЫЛЫҠҠА САЛАТ Күптәр минең кеүек ҡыярҙан салат яраталыр, әле үткән төн ҡыярҙы мариновать итергә ҡуйҙым, тәмләп ҡараным, тәмлее!.. 😋😋👍 Был рецептты күптәр беләлер, шулай ҙа яҙып китәм : - 2 кг ҡыяр - һарымһаҡ 150 г. - һуған 150 г. - тоҙ 50 г - шәкәр ҡомо 150 г. - аш һеркәһе (9%) - 100 г. - укроп, петрушка Был тулы рецепт, ә мин үлсәмәй бөтәһен дә яҡынса алдым. Ҡыярҙарҙы түңәрәкләп турап, һуғанды ла йоҡаҡ ҡына итеп түңәрәкләп турап, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша ҡырып, ваҡ итеп кенә туралған укроп һәм петрушка һалырға, мин петрушкаһыҙ укроп ҡына һалып эшләнем . Бөтәһен дә ҙур табаҡта(туҫтаҡ) тоҙ, шәкәр ҡомо һәм аш һеркәһе һалып болғарға ла 10-12 сәғәткә ҡуйып торорға, мин ҡапҡас ябып тышҡа ҡуйып торҙом. Артабан инде ашарға ла мөмкин йә иһә банкаларға һалып ҡышҡылыҡҡа ла һаҡларға була. Шуныһы яҡшы, банкаларҙы стерилизовать итеү кәрәкмәй, тимер ҡапҡастарҙы ғына стерилизовать итергә. Тиҙ һәм еңел генә эшләнә торған ҡыяр салаты, ә тәмлелегенә бер кем битараф ҡалмаясаҡ!. 😉👌 #Гульгина_Байзигитова #Гөлгөнә_Байегетова#аш_һыу

