Шаран районы Ерекле ауылының Ибраһим Абдуллин исемендәге урта мәктәбе директоры Фәрхизә... — 28 июля 2026 г. в 16:12:06.226
Шаран районы Ерекле ауылының Ибраһим Абдуллин исемендәге урта мәктәбе директоры Фәрхизә Харисова "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙылды һәм шәп бүләк - саң һурҙырғыс отто! 👍 Бүләкте Фәрхизә Бикмырҙа ҡыҙының ҡыҙы Ренара килеп алды. Әйткәндәй, Ренара үҙе лә әсәһенә оҡшап, бик шәп ҡыҙ! Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамланы. Ҡытай теле белгесе ул. Беҙҙең баҫмабыҙҙың июнь һанында уның тураһында мәҡәлә лә сыҡты. 💖 Афарин, беҙҙең Башкортостан ҡыҙҙары! 💥

