🌙ЯУЫЗЛЫҠТАРҘАН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН — 5 августа 2026 г. в 15:20:41.502
🌙ЯУЫЗЛЫҠТАРҘАН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН Бындай осраҡтарҙа "Аят Әл-Көрси", "Ихлас", "Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡыу, Аллаһты зикер итеү һәм доғалар ярҙам итә, ти дин белгестәре. 🕌Үрҙә телгә алынған сүрәләрҙән тыш, ОШОЛАРҘЫ уҡырға мөмкин: 🌸Аллаһүммә иннә нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғүҙү бикә мин шүруриһим - дошмандар көнсөллөгөнән бәлә килеү ихтималлығы булғанда; 🌸Йә тәүүәбү йәә Аллаһү - насар, үҙеңә оҡшамаған кеше алдында 10 тапҡыр әйтергә; 🌸Йәә дәррү йәә Аллаһү - кесе йома кискеһен 99 тапҡыр тәсбих тартырға, сихыр, боҙом йәбешмәй; 🌸Йәә мүҙиллү йәә Аллаһу - 75 тапҡыр ҡабатлаһаң, һуңынан Аллаһу Тәғәләнән һораһаң, яуыз дошмандарҙан, көнсөл күҙҙән, кәмһетеүселәрҙән һаҡлай; 🌸Йә хафизу йә Аллаһу - 16 мәртәбә ҡабатлаһаң, тыныс йәшәрһең, ҡаза күрмәҫһең; 🌸Йә жәббәру, йә Аллаһу - иртә-кис 226-шар тапҡыр ҡабатлаһаң, яуызлыҡтар, төрлө түбәнһетеүҙәр, бәхетһеҙлектәр янамаҫ. 📍"Рухиәт, доғалар" төркөмөндә #доғалар тип яҙып, башҡа кәрәкле доғаларҙы ла табып уҡый алаһығыҙ.

