ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ҺАРЫМҺАҠ ҺӘМ АЛМА МЕНӘН ЙӘШЕЛ ПОМИДОР — 20 августа 2026 г. в 13:10:18.741
ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ҺАРЫМҺАҠ ҺӘМ АЛМА МЕНӘН ЙӘШЕЛ ПОМИДОР ⠀ Был бик тәмле һәм ғәҙәти булмаған ризыҡ😋 ⠀ Юғалтмаҫ өсөн һаҡлап ҡуйығыҙ. ⠀ Моғайын, хәҙер баҡсасыларҙың күбеһенең баҡсаһында йәшел помидоры күптер ⠀ Унан ҡышҡылыҡҡа шәп ризыҡ эшләргә була. ⠀ 1лирлыҡ банкыға ⠀ •йәшел помидорҙар •1 аш ҡалағы тоҙ, өймәләм итмәй генә •2 аш ҡалағы шәкәр •2 аш ҡалағы 9 процентлы уксус •7 штук ҡара борос •һарымһаҡ (һәр помидорға һарымһаҡтың ярты теше) •укроп сатыры 5шт •лавр япрағы 1 2шт •әсе алмалар (татлы түгел) •1 аш ҡалағы гәрсиси орлоҡтары (теләк буйынса) ⠀ Помидорҙы 4 өлөшкә киҫеп, һәр помидорға һарымһаҡтың 1ярты тешен тығабыҙ. Әгәр ҙә һеҙ уртаса әселектәге ҡабымлыҡтарҙы яратмаһағыҙ, һарымһаҡ тешен 5-7 өлөшкә телеп, һәр помидорға 1 йәки 2 нәҙек телем тығырға ⠀ Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. ⠀ Помидорҙы алмалар менән сиратлап стерилләнгән банкаға һалабыҙ Ҡайнар һыу менән тултырабыҙ. 15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ. ⠀ ✅Рассол яһайбыҙ Әле генә кәстрүлгә ҡойолған һыуға тоҙ, шәкәр, укроп сатырҙары, ҡара борос, лавр япрағы өҫтәйбеҙ Ҡайнап сыҡҡас, ҡапҡас менән ҡаплап, әкрен утҡа ҡуябыҙ, 15 минут ҡайнатабыҙ ⠀ Банкаға бөртөклө борос өҫтәйбеҙ ⠀ Әгәр һеҙ әсене яратаһығыҙ икән, орлоҡһоҙ әсе борос, йәки Шулай уҡ горчица орлоҡтарын өҫтәп була, бик тәмле килеп сыға ⠀ Рассолды банкаларға тулғансы ҡоябыҙ һәм тимер ҡапҡастар менән ҡаплап, бороп, төрөп, бер тәүлеккә ҡалдырабыҙ. Һуңынан мөгәрәпкә төшөрәбеҙ.

