Дизайнерҙарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ🥰😍 — 29 августа 2026 г. в 06:11:23.865
Дизайнерҙарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ🥰😍 Башҡорт дизайнерҙары VI Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыу өсөн официаль саҡырыу алғандар. Был масштаблы халыҡ-ара сара бөтә донъя күсмә халыҡтарының традицион спорт төрҙәрен һәм мәҙәни мираҫын берләштерә. Ул Ҡырғыҙстанда 31 августан алып 6 сентябргәсә барасаҡ. Башҡорт дизайнерҙары Гөлсөм Хөсәйенова ("Хан ҡыҙы" бренды), Артур Исҡужин ("Айбренд" бренды) һәм ювелир сәнғәте оҫтаһы Мария Махнева-Метусова үҙҙәренең коллекцияларын күрһәтеү мөмкинлеген яуланы. Ҡотлайбыҙ!

