#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр — 3 сентября 2026 г. в 12:18:35.136
#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр #Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр - Арыныңмы? Ял итеп ал әҙерәк. Эйе, эйе, һиңә әйтәм, әхирәт! Күреп торам да инде, көнө-төнө ал-ял белмәй йүгереп эшләп тик йөрөйһөң. Барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ елкәңә тейәп алғанһың да, хатта йылмайыуҙы ла оноттоң. Эштәреңде әҙерәк иреңә лә, балаларыңа ла бүлеп бир. Балаларым бәләкәй тимә, көстәре еткән тиклем ярҙам итеп өйрәнһендәр. Иреңдең дә алдынан алып үҙең эшләмә. Аҙаҡ шулай мөмкин икән тип ғәҙәтенә кереп китмәһен. Бергә эшләгәндә эш тә тиҙ ырай бит. Ҡара әле, күктә ниндәй матур болоттар йөҙә, уларҙы ла ҡарарға ваҡытың юҡ. "Алдымда тауҙай эш өйөлгәндә ниндәй болоттар ул", тиһеңме? Асыуланма миңә, лутсы йылмай. Һиңә йылмайыу шул тиклем килешә! Ә хәҙер, әхирәт, әйҙә икәүләп помидор, боростан ИКРА эшләп алайыҡ. Ул хәтлем әллә нимә лә кәрәкмәй, эшләүе лә еп-еңел. Әммә шул тиклем тәмле була! Иткә һылап ашайһыңмы, икмәккәме, ашҡа һалаһыңмы, ҡалай ғына ашаһаң да өҫтәлеңдән йылп итеп ҡаласаҡ. Шулай итеп, эшкә тотондоҡ! Башта икраны ҡайнатыр өсөн ҙур ғына табаҡты әҙерләп ҡуяйыҡ. Шунан 2 кг помидорҙы, 3 баш эре һарымһаҡты, 2 уртаса һуғанды, 4 эре татлы боросто, 4 әсе боросто (оҙонсаһын) ит турағыстан үткәрәбеҙ. Үткәргән береһен табаҡҡа һалып барабыҙ. Үткәреп бөттөңмө? Хәҙер ошо массаға 150 мл көнбағыш майы ҡоябыҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы (өймәй) тоҙ һалып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Был ИКРаға мин һеркә (уксус) ҡушманым. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметтем дә 45 минут ҡайнаттым. Шундай матур, насыщенный ғына төҫкә кереп китә. Тик бутап торорға онотмағыҙ!. Йәшелсәләрҙе айырым-айырым һалманым. Улайтырға нервым етмәй, шуға тиҙ генә бөтәһен бергә бутап ҡайнатам да ҡуям. Бына, маладис булдыҡ беҙ, әхирәт! Тәмләп ашарға яҙһын! Ә йылмайыуыңды бер ҡасан да юғалтма, йәме. Иң ҡыйын саҡтарҙа ла, тормошоңдоң иң матур мәлен иҫләп йылмай! Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын, дуҫтарым! (Гөлназ Ишемғолова)

