Бөгөн әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа 85 йәш — 1 сентября 2026 г. в 16:17:07.795
Бөгөн әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа 85 йәш Хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, артабан да яңы ижади уңыштар һәм илһам теләйбеҙ! Яңы көнөм (Ҡәҙим Аралбаев) Ғүмеремдең һәр бер яңы көнө — Яңы кисеү, яңы кисереш. Шул һынауҙар минән талап итә, Көтә Хәл ителеш, сиселеш. Ҡасан ғына ярһыу хыялдарым Күтәргәйне күккә бер талай, Ауҙым! Аҡыл әйтте: «Осор өсөн Ҡанат кәрәк, шуны бел, малай!..» Остом! Тормош, бына ҡосағыңда Ҡанаттарым йәйеп гиҙәмен. Хәүефтәрең булыр, Дауылдарың... Ҡанаттарым талыр, һиҙәмен. Шуғалыр ҙа Һәр бер яңы көнөм — Яңы кисеү, Яңы кисереш. Көндән-көн был тормош талап итә Яңы хәл ителеш, сиселеш... Артта инде уйһыҙ, тәжрибәһеҙ Кәртә ярып сыҡҡан тай саҡтар!.. Әммә тормош төйөндәрен сисеп, Иҫ-аҡылым китә ҡай саҡта... Әле ҡойон, әле ысыҡ ярам, Әле кисәм яңы даръялар. Бер офоғом — имен, һандуғаслы, тегеһендә — лаулап таң яна... Яңы көнөм — Яңы кисеүҙәрем, Ашҡынамын һеҙҙең ҡосаҡҡа. Ялҡын йотоп, ярға сығыу менән Атлыҡмамын йылы усаҡҡа. Бәхетлемен: әгәр өҫтәй алһам Ил йәменә бер нур, бәрәкәт; Юлатмаһам халҡым күңеленә Ситтән — әрнеү, яттан — йәрәхәт. Яңы таңдарыма талпынғанда Һынауҙарға тағы юлығам... Ҡорос та бит — кешеләргә оҡшап, Уттан һыуға инеп сыныға. Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы) Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.

