#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр — 4 сентября 2026 г. в 09:14:20.544
#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр #Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр Сәғәт таңғы дүрт...Йоҡо алмай...Кисен әҙерәк әйтешеп алғайныҡ. Әллә ни ҙур сәбәп тә юҡ ине инде, ваҡ-төйәк өсөн шунда. Әйтергә лә оят, бысаҡтың тупаҫ булыуы арҡаһында. Әммә шул ғына сәбәп арҡылы әйтешеүебеҙ ҙә ғаиләмдең бөтә кәйеф-торошона йоғонто яһаны, хатта өйөмдөң ҡото ҡасҡандай тойола. Ҡулға ла бер эш бармай, балалар ҙа күҙгә ҡарап тилмерешеп йөрөйҙәр, үҙебеҙ ҙә икәү-ара тумһайышҡанбыҙ. Матур ғына үҙ яйына тәгәрәгән ғаилә арбаһының кәйлегеп китеүендә кем ғәйепле? Минме, иремме?! Әллә иңебеҙҙе баҫҡан, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош мәшәҡәттәреме? Шундай ауыр уйҙар менән йоҡларға яттыҡ. Шымтайышып ҡына. Кемдер әйтер, ғаилә тормошонда улай ғына була инде ул, тип. Була икән шул, һөйөшәһең дә, көйөшәһең дә. Кейәүгә сыҡмаҫ борон, татыу йәшәмәгән, айырылышҡан ғаиләләргә аптырай торғайным, ниңә матур ғына итеп һөйләшмәҫкә бер-берең менән, мотлаҡ асыуланышырға кәрәкме икән ней тип. Хәҙер йылдар дауамында шуны аңланым, ғаилә барлыҡҡа килгәндән алып, ир менән ҡатын үҙ мөнәсәбәттәре өҫтөндә эшләмәһә, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылмаһа, бер-береһенә терәк булмаһа, берең ауып барғанда икенсең ҡулын ҡуйырға теләмәһә, ғаилә тормошо килеп сыҡмай. Ғаилә эсендәге аңлашылмаусанлыҡтар күп осраҡта бер-береңде ишетергә теләмәүҙән барлыҡҡа килә бит ул. СТОП!!! Башҡа шул уй килеү менән һиҫкәнеп киттем. Анау ваҡ-төйәк өсөн генә әйтешеүебеҙҙән кемгә файҙа булды инде? Эйе, әле бер-беребеҙгә һыр бирмәгән булабыҙ, тьфү! шул да булдымы һөнәр, үтмәҫ бысаҡ өсөн әрләшеп, балаларҙы тилмертеп, бер-беребеҙгә әйтә торған йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләп ят инде шунан...Ғаилә ҡороп бергә йәшәү осоронда ниндәй генә һынауҙар аша үтмәнек, әммә бер ҡасан да бер-беребеҙгә булған ышанысыбыҙҙы, мөхәббәтебеҙҙе юҡҡа сығарманыҡ бит беҙ. Шулай итеп, сәғәт таңғы дүрт!!! Бар булған ауыр уйҙарымды бер ситкә алып аттым да, йәһәтләп тороп егеттәремдең уяныуына тәмле генә ваҡ бәлештәр бешерергә булып киттем! Бөтә булған һөйөүемде ҡушып сөсө ҡамыр баҫтым. Бының өсөн миңә 1 стакан кефир, ярты ҡаптан күберәк аҡ май, 2 ҡалаҡ көнбағыш майы, семтем сода, тоҙ һәм он кәрәк булды. Майлы ғына ҡамыр килеп сыға, онон үтә күп һалып ҡаты итеп баҫмағыҙ. Ҡулға йәбешмәһә,еткән. Ваҡ-бәлештең эслеген ит фаршы менән ваҡ ҡына итеп туралған картуф, һуғандан эшләнем, һәр бәлештең эсенә саҡ ҡына аҡ май һалып сыҡтым. Аҙаҡ бешеп сыҡҡас та, аҡ май менән майлап сығам әле ваҡ-бәлештең тышын. Хәйер, уныһы аҙаҡтан, әлегә әҙер тәмлекәстәрҙе йәһәт кенә эҫе мейескә оҙаттым да, йоҡо бүлмәһенә барып, улдарымдың, иремдең өҫтәрендәге юрғандарын рәтләп килдем. Ә аш-һыу бүлмәһендә шундай тәмле еҫ! Һәм шул тиклем йылы, нурлы булып китте өйөм. Аллаға шөкөр! Ҡотом ҡайтты!!! (Гөлназ Ишемғолова)

