#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә ! Ҡыҙҙар, мин һеҙгә "бер, ике, өс" тигән тиҙ генә эшләнә торған ҡамыр ҡуйыу серен асмаҡсымын. Миңә биш йыл элек уҡытыусым өйрәткәйне. Был ҡамырҙан бешерелгән ризыҡ ҡатмай ҙа, иҫкермәй ҙә... Башлайбыҙ, таҙа һауытҡа 1 аш ҡалағы ҡоро сөпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы он, шуға стакан ярым йылы һыу һалып бутайбыҙ ҙа йылы урынға 6-7 мин. ултыртып торабыҙ, ҡабарғас, шуға, әҙ генә тоҙ, ярты стакан үҫемлек майы, 2,5-3 ҡуш ус он һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм ҡабарғансы ҡаплап йылы урынға ҡуябыҙ, ярты сәғәт тирәһе. Һәм шул ҡамырҙан нимә генә бешерһәң дә (бәлеш, булочка, асығауыҙ...) шул хәтлем тәмле була, бешереп ҡарағыҙ үкенмәҫһегеҙ! Бер бешерһәң, бешерге генә килә лә тора. Миләүшә апайығыҙ. bashkizi.ru/ bashkizi.ru/