ДОҒА БЕЛМӘҺӘҢ, МӘСЕТКӘ ИНЕРГӘ ЯРАЙМЫ? — 25 сентября 2026 г. в 03:18:02.872
ДОҒА БЕЛМӘҺӘҢ, МӘСЕТКӘ ИНЕРГӘ ЯРАЙМЫ? ❓ Бер ваҡыт мәсеткә ингәндә, кешеләрҙең ниндәйҙер доға уҡып инеүҙәрен ишеттем. Нимә уҡыйһығыҙ, тип һорарға оялдым. Мин үҙем дә мәсеткә һирәк йөрөйөм. Белмәгәнемде күрһәткем килмәне. ❓ Мәсеткә ингәндә лә берәй нәмә уҡырға кәрәкме? Доға уҡымайынса ғына инергә ярамаймы? ЯУАП: Был фарыз ғәмәл түгел. Шулай ҙа бер нисә сөннәт ғәмәл бар: 1⃣ Мәсеткә УҢ аяҡ менән инеү, ҺУЛ аяҡ менән сығыу. 2⃣ Мәсеткә ингәндә түбәндәге доғаны уҡыу: اَللَّهُمَّ افْتَحْ لِى أَبْوَابَ رَحْمَتِكَ وَانْشُرْ عَلَىَّ خَزَائِنَ رَحْمَتِكَ 🤲🏻 «Аллаһүммә-фтәх лии әбүәәбә рәхмәтикә үәншур ғәләййә хәҙәә'инә рәхмәтик». «Эй, Аллаһым! Миңә рәхмәт ишектәреңде ас». 3⃣ Мәсеттән сыҡҡанда түбәндәге доғаны уҡыу: اَللَّهُمَّ إِنِّى أَسْئَلُكَ مِنْ فَضْلِكَ الْعَظِيمِ 🤲🏻 «Аллаһүммә иннии әс'әлүкә мин фадликәл-ғазыйм». «Эй, Аллаһым! Һинең бөйөк фазыл-рәхмәтеңдән һорайым». ✅ Был доғаларҙы уҡыу — сөннәт. Йәғни уҡыһаң — сауап алаһың, уҡымаһаң — гонаһ булмай. ✅ Доға — бөйөк ғибәҙәт. Шуға күрә был доғаларҙы яйлап ятлап алырға тырышайыҡ. ❌ «Был доғаларҙы белмәйем», — тип мәсеткә инмәй йөрөмәгеҙ. Аллаһ йортоноң ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. ✅ Хәҙистә әйтелгәнсә, мосолман тәһәрәт алып мәсеткә юлланһа, һәр аҙымы өсөн уға сауап яҙыла.