"ВАҠЫТ!" гәзите (газета "Вакыт!")
"ВАҠЫТ!" гәзите (газета "Вакыт!") БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ СЕРҘӘРЕ • Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл. • Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер. • Тәүбәңде яңыртып тор, ғүмеребеҙҙе ағыулаусы гонаһлы эштәрҙән үҙеңде тыйырға өйрән. • Йышыраҡ Ҡөрьән уҡы, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш, Аллаһты иҫтә тотор өсөн зикерҙәр әйтеп йөрө. • Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң. • Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра. • Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт. • Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан. • Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк хаҡында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр. • Берәй файҙалы эшкә бөтә булмышың менән бирел – был һинең ҡайғыларың китеүгә сәбәп булыр. • Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн. • Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ. • Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан. • Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа! • Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә. • Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама... bashkortostankyzy.rbsmi.ru/ bashkortostankyzy.rbsmi.ru/