Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә 107 йыл.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә 107 йыл. Нәшриәт ҡыҙҙары һәм егеттәре - беҙҙең күршеләр. "Матбуғат йорто"ноң өсөнсө ҡатында һәм беҙҙең етенсе ҡатта, ҡаршы бүлмәләрҙә генә эшләйбеҙ. Көн һайын күрешеп, бергә -ергә күңелле итеп эшләйбеҙ. Улар китап сығара, беҙ - журнал. Бал ҡортолай егәрле китап сығарыусы хеҙмәткәрҙәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Уларға һүнмәҫ энергия, көс-ҡеүәт, ут күҙле, аҡыллы-зиһенле, бәхетле-шатлыҡлы, сәләмәт, оҙон ғүмерле булыуҙарын теләйбеҙ. Башҡорт китаптары һәр саҡ сығып торһон! Йәшә, нәшриәт! Һиндә тыуа йәнле проза, Нурлы шиғриәт. Һин - китап табыу йорто ул, Изге нәшриәт! Һиндә эшләүсе кешеләр, Гүйә, табиптар. Сабый төҫлө, аҡ донъяға Тыуа китаптар. Китап, дәреслектәр менән Тула кәштәләр. Рәхмәт һеҙгә, йән дуҫтарым, Һеҙ - фәрештәләр! Ошо йәнле китаптарҙы Алып ҡулдарға, Беҙ сығабыҙ илһамланып, Яҡты юлдарға. Изге китап биттәренә Төшмәһен кер, тап. Күңелдәрҙе сафландырып Йәшәһен китап! Һиңә өмөт менән баға Проза, шиғриәт. ...Беҙҙең өмөттәрҙе аҡлап, Йәшә, нәшриәт! Рамай Ҡаһир