Осрашыуҙар юҡ, юҡ, һис тә эҙләмәйем,
Осрашыуҙар юҡ, юҡ, һис тә эҙләмәйем, Барыһы ла ҡалһын шулай саф, пак килеш. Ә шулай ҙа һағынып киткән саҡтарыңда Иҫтәреңә төшәйем дә, хәлем белеш... Хәлем белеш: ел сәсенә сәләмдәр үр, Япраҡтарҙа осор күңел һағышыңды. Көмөш тамсы тәҙ(е)рәмә сиртһә көйөн, Мин танырмын һинең моңдо, тауышыңды... Хәлем белеш: болоттарға хатыңды яҙ, Етегәнгә тултыр наҙың-һөйөүеңде. Аҡ бурандар иңдәремә һарылғанда Мин тойормон һинең яныу-көйөүеңде. Мин татырмын илертерлек хистәреңде, Юлдарымда балҡып көлһә Умырзая. ...Ә Йәйғорҙоң нағышланған таҫмаһына Күпме һинең һөйөү тулы йырың һыя... Ал таңдарҙың моң былбылы- һандуғасҡай Сут -сут һайрап, тирбәлдерһә йөрәк ҡылын. Мин аңлармын сазлы ҡоштоң ауазынан: Был бит, йәнем, һинең тының, һинең һының! Хыял, хыял... Былар бары хыял ғына... Ә шулай ҙа хәлем белеш... Сәләм ебәр... ...Иҫтәреңә, исмаһам, бер төшәйем дә, Ишегемде шаҡыһындар ҡаулан елдәр... (Айзилә Мортаева)